пятница, 16 сентября 2011 г.

Норвегия паромында пожар: үлеүселәр һәм яраланыусылар бар.



Новегияның “Нордлис”круиз паромы бортында сыҡҡан янғын арҡаһында ике кеше һәләк булған, 16-һы бешкән йәки яраланған. Ике кеше әле бик ауыр хәлдә.
Судноның бортында 207 пассажир һәм 55 экипаж ағзаһы булған. Йөҙ самаһы кешене  шлюпкалар ярҙамында ҡотҡарғандар, ҡалғандарын паромдан Олесун ҡалаһы портында төшөргәндәр.
Урындағы полиция вәкилдәре хәбәр итеүенсә, янғын двигатель торған бүлектәге шартлау һөҙөмтәһендә башланыуы мөмкин. Тик әлегә хоҡуҡ һаҡлау органдары был шартлауҙың сәбәптәрен асыҡлай алмаған. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий