пятница, 16 сентября 2011 г.

Ливия баш күтәреүселәре Сиртҡа инде.



Ливияның Милли совет көстәре Сиртҡа- Йәмәхириәнең бәреп төшөрөлгән лидеры Муаммар Каддафиҙың тыуған ҡалаһына инде. Хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер унда урам һуғыштары бара. Баш күтәреүселәр ҡаланың оҙаҡламай тулыһынса улар ҡулына күсәсәге хаҡында белдерә.
Урта диңгеҙ буйында, Триполи һәм Бенгази араһында урынлашҡан Сирт Каддафиға тоғролоҡ һаҡлаған һуңғы нығытма булды. Каддафиҙың ҡайҙалығы әле булһа билдәле түгел.
Бани- Вәлид элеккесә Каддафи яҡлылар ҡулында. Тыныс халыҡҡа ҡаланан китергә мөмкинлек биреп, баш күтәреүселәр уны штурмлауҙы бер нисә көнгә кисектереп торҙо. Ҡамалған Бани- Вәлидте Каддафиға тоғро ҡалған меңләп һуғышсы һаҡлай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий