пятница, 16 сентября 2011 г.

Уэльста ер аҫтында ҡалған шахтерҙарҙы эҙләйҙәр.



Көньяҡ Уэльста ер аҫтында бүленеп ҡалған дүрт шахтерҙың икәүһенең кәүҙәһен тапҡандар. Әлегә уларҙы ер өҫтөнә күтәрә һәм шәхестәрен билдәләй алмайҙар.
Авария Уэльстағы ҙур ҡалаларҙың береһе булған Суонси янындағы Глейсиэн шахтаһында була. Эшселәр яңылыш һыу менән тулы иҫке туннелдең стенаһын боҙалар, шунлыҡтан эш урындарын һыу баҫа.
Хәлдәр ҡатмарлы ғына,- ти Британия парламентарийы Питер Хейн.- Һауа ҡалған урынға һаҡлыҡ менән генә үтеп инергә кәрәк, юғиһә, шахта стенаһын ҡотҡарыусыларҙың өҫтөнә емереп, тағы ла ҙурыраҡ фажиғә тыуҙырырға мөмкин.”
Авария ваҡытында ер аҫтында ете кеше булған, әммә өсәүһе өҫкә үҙ аллы күтәрелә алған. Уларҙың береһе иҫтән яҙған, ә ҡалған икәүһе үҙҙәрен яҡшы тоя һәм иптәштәрен эҙләүҙә булыша аласаҡ. Ҡотҡарыусылар ер аҫтында ҡалған ике шахтерҙың иҫән булыуына өмөтләнә. Моғайын, улар һыу баҫмаған ерҙе тапҡандыр һәм водолаздар килеп етеүен имен- аман көтәлер.



Комментариев нет:

Отправить комментарий