пятница, 23 сентября 2011 г.

Аббастың БМО- лағы телмәре Израилгә ҡурҡыныс тыуҙыра.



Израиль полицияһы юғары әҙерлек хәлендә тора. Бөгөн Палестина милли администрацияһы башлығы Мәхмүт Аббас БМО- ла автономияны ойошмаға алыу мәсьәләһен күтәрергә йыйына, ул ыңғай хәл ителгән осраҡта, суверенлы дәүләт барлыҡҡа киләсәк. Израиль властары Иерусалим һәм башҡа ҡалаларҙың урамдарында тәртипһеҙлектәр башланыр, тип шикләнәләр. Уларҙа 22 000 полицейский патруллек итәсәк.
Иордандың Көнбайыш ярындағы Рамаллахтағы палестиналылар бойондороҡһоҙ дәүләтте яҡлап яңы демонстрацияларға сығырға йыйына.
“Башҡа халыҡтар һымаҡ беҙ ҙә, палестиналылар, үҙ дәүләтебеҙҙе булдырырға теләйбеҙ. Үҙбилдәләнешкә беҙҙең хоҡуғыбыҙ бар. Берәүгә лә сер түгел- Израиль АҠШ - тың иркә балаһы, нимә теләй, шуны эшләй,-”ти Палестина автономияһында йәшәүсе ҡатын.
Вашингтон Палестина автономияһының Хәүефһеҙлек Советына биргән заякаһына ҡаршы сығасағын белдерҙе. Ҡайһы бер палестиналылар ҙа бындай аҙым яһау иртәрәк, тип иҫәпләйҙәр:
“Беҙҙең Палестина автономияһы эсендә әлегә берҙәмлек юҡ. Үҙ еребеҙҙә тәртип булдыра алмайбыҙ икән, нисек итеп һөйләшеүҙәр алып бармаҡ кәрәк тә, нисек итеп БМО- ға ынтылмаҡ кәрәк.”
Күп кенә политиктар һәм илселәр Палестина автономияһының заявкаһы Яҡын Көнсығышта көсөргәнешлекте арттырып ебәреүе ихтимал, тип шикләнә. Израиль властары хәүеф кимәлен өсөнсөгә күтәрҙе, киләһе кимәл һуғыш ваҡытында ғына була.

Комментариев нет:

Отправить комментарий