Быуаттар буйы йәһүдтәр, мосолмандар, христиандар хужа
булыу өсөн көрәщкән изге ерҙе бөгөн килеп бөтә диндәр өсөн дә тыныс йорт, тип
атап булмай. Газа секторында урынлашҡан Иордандың Көнбайыш ярында католик,
православие, копт, әрмән сиркәүҙәренә ҡараған 56 мең христиан йәшәй.
Иерусалимдағы Православие сиркәүе архиепискобы Теодосиос Аталла Ханна EuroNewsҡа
бына нимә һөйләне:
“Беҙ палестина халҡының бөтә вәкилдәре- мосолмандар
һәм христиандар- азатлыҡ яулау һәм баш ҡалаһы Иерусалимда булған бойондороҡһоҙ
Палестина дәүләтен булдырыу өсөн иңгә- иң терәп эшләйбеҙ. АҠШ, Европа һәм беҙгә дуҫтарса мөнәсәбәттә
булған халыҡтар палестиналыларҙың яҙмышына, уларҙың ғәҙеллеккә ирешеү теләгенә
битараф ҡалмаҫ, тип уйлайбыҙ.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий