четверг, 22 сентября 2011 г.

Нью-Йорктағы Ислам үҙәге.



Бер йыл буйы барған бәхәстәрҙән һәм демонстрацияларҙан һуң Нью-Йоркта Ислам культура үҙәге асылды. Ул элекке Бөтә донъя сауҙа үҙәге булған урынға яҡын ғына урынлашҡан.

Асыу тантанаһы байрамса, мажараһыҙ үтте. Ошо ваҡиғаға тап килтереп, Нью- Йорк балаларына бағышланған һүрәттәр күргәҙмәһе үткәрелде, ҙур булмаған оркестр уйнаны.

Был үҙәктә намаҙ уҡыу өсөн бүлмәләр, лекция, спорт залдары, ресторан бар. Ҡаттарҙың береһендә балалар баҡсаһы һәм балалар майҙансығы урынлашҡан.

“Беҙ Нью-Йоркка, бөтә балаларға һәм ҡала халҡына хеҙмәт итергә теләйбеҙ. Был күргәҙмә культуралар төрлөлөгөн, кешеләр бәйләнешен күрһәтә.”

Үткән йыл демонстрацияларҙа ҡатнашыусылар Нью-Йоркта Ислам үҙәге төҙөлөүгә ҡаршы сыҡҡайнылар. Хәҙер иһә бөтәһе лә тыныс булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий