четверг, 22 сентября 2011 г.

“Роке” тайфуны япондарҙың ҡотон алды.



11 кеше Японияның көньяғынан төньяғына ҡәҙәр үткән “Роке”тайфунының ҡорбаны булды. Бынан тыш бер нисә кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә, 170-тән ашыуы тән йәрәхәттәре алған.


Стихия авария хәлендәге “Фукусима” атом электростанцияһына бер ниндәй ҙә зыян килтермәгән.

Өс көн ҡоторған тайфундан һуң ил яйлап иҫенә килә: “Тойота ”компанияһы эшен ҡайтанан башланы, ил эсендәге һәм халыҡ- ара рейстарҙы туҡтатып торған Токионың Ханэда аэропорты яңынан асылды. Тимер юл бәйләнеше лә яйлана, әммә уны төҙәтеүгә бер нисә көн үтеүе мөмкин. Ҡала хеҙмәте Токио урамдарын тәртипкә һала башланы. 

Тайфун, бәхеткә күрә ҙур зыян эшләмәгән, тик япондарҙың арыу ғына ҡотон алған. Илдәге миллиондан ашыу кеше күсенергә бойороҡ алған. Һуңғараҡ райондарҙың береһендә унан баш тартһалар ҙа, йөҙәр мең кешегә барыбер хәүеф янаған.

Һуңғы ай эсендә был Япониялағы икенсе көслө тайфун. Уның тәүгеһендә бер нисә тиҫтә кешенең ғүмере өҙөлгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий