среда, 21 сентября 2011 г.

Палестина бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған манифестация.



 Иордандың Көнбайыш ярында тиҫтәләгән мең кеше шарашамбы көн бойондороҡһоҙ Палестина дәүләтен БМО- ға алыуҙы яҡлап демонстрацияға сыҡты.
Үҙәк манифестация Рамаллахта булды. Демонстрацияла ҡатнашыусылар Ясир Арафат мавзолейы янында йыйылды, аҙаҡ ҡала урамдары буйлап үтте.
Палестина милли администрация башлығы Мәхмүт Аббас дүшәмбе көн БМО- ның генераль сәркәтибенә 23 сентябрҙә Палестинаны БМО-ға тулы хоҡуҡлы ағза итеп алыуҙы һорап рәсми заявка бирергә ниәтләүе хаҡында белдерҙе.
“Палестина дәүләтен иғлан итеүҙәре менән мин бәхетле. Беҙ азат булырбыҙ, тип өмөтләнәм.”
“Палестина халҡының үҙ дәүләтен төҙөү өсөн көрәше лайыҡлы тамамланасаҡ, өмөттәре аҡланасаҡ.”
“Был беҙҙең хоҡуҡ, халыҡтың үҙбилдәләнешкә хоҡуғы бар.”
Рамаллахта шаршамбы көн байрам кәйефе хөкөм һөрҙө.


Комментариев нет:

Отправить комментарий