среда, 21 сентября 2011 г.

Ер тетрәүҙе һиҙмәй ҡалдыңмы? Төрмәгә!



 Италияла ете ғалимға ер тетрәү ваҡытында һәләк булған кешеләр өсөн төрмә янай. Сейсмологтарҙы ике йыл элек Аквиланы һәләк иткән ер тетрәүҙең буласағын белә тороп әйтмәгәндәр, тип ғәйепләйҙәр.
Ғалимдарҙың белдереүенсә, ер тетрәүҙе теүәл генә алдан билдәләү мөмкин түгел, заман фәне был мәсьәләлә әлегә көсһөҙ; ә был суд эшенән урта быуаттар еҫе аңҡый.
 Прокуратура иһә дөрөҫлөктө табырға тырышыуы хаҡында һөйләй:
“Был фәнгә ҡаршы килгән процесс түгел- суд эшмәкәрлеген боҙоп күрһәтергә тырышыусылар һөйләй уны. Галилео Галилей өҫтөнән яңы суд та түгел. Был процесс ғалимдар хата йәки ярамаған эш эшләмәгәндәрме икәнен асыҡларға тырыша.”
Ғәйепләүҙәр ер тетрәүгә бер аҙна ҡалғас сейсмологтар сығарған документҡа нигеҙләнә. Унда ғалимдар региондағы аномаль сейсмик әүҙемлек менән борсолоуын белдерә. Әммә был һығымталар менән ғалимдар даирәһе генә таныша; властарға ла, йәмәғәтселеккә лә хәбәр барып етмәй.
2009 йылдың 6 апрелендәге ер тетрәү һөҙөмтәһендә Аквила һәм уның тирә-яғында 309 кеше һәләк булған. Ҡаланың тарихи үҙәге әле булһа хараба хәлендә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий