среда, 28 сентября 2011 г.

Болгария: тәүҙә сиғандарға ҡаршы, аҙаҡ- хөкүмәткә.



Болгарияла сиғандарға ҡаршы сығыштар туҡталмай. Уҙған төндә 14 ҡалала үткән ҡаршылыҡ акцияһында ике меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Сиғандарға ҡаршы акцияларҙың йәйелеп китеүенә 19 йәшлек болгар егетенең үлеме сәбәпсе булған. Ул Катуница ауылында сиған бароны Кирилл Рашковтың автомобиле аҫтында ҡалып һәләк булған. Күптән түгел Рашков ҡулға алынған. Әммә хәҙер сығыштар хөкүмәткә ҡаршы йүнәлеш алған.
“Беҙҙең гүзәл илебеҙҙә насар премьер- министр, ә эске эштәр министры- физкультура уҡытыусыһы. Улар китергә тейеш.”
Урамдарға демонстрацияға сыҡҡан йөҙҙәрсә йәш кешеләр хөкүмәттең экономик политикаһы менән ҡәнәғәт түгел, яҡшы тормошҡа иҫәп тота алмауҙары хаҡында һөйләй улар. Болгария –Евроберләшмәһенең иң ярлы илдәренең береһе; коррупция кимәле бында бик юғары.
Хоҡуҡ һағында тороусылар йәмәғәт тәртибен боҙған 168 кешене ҡулға алған. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий