вторник, 27 сентября 2011 г.

Израиль Көнбайыш Иерусалимдағы төҙөлөштө дауам итәсәк.



Палестиналылар буласаҡ дәүләтенең баш ҡалаһы итеп күрергә теләгән Көнбайыш Иерусалимдағы Гило кварталында Израиль меңдән ашыу яңы йорт һалырға йыйына. Шулай итеп, ныҡышмалы рәүештә АҠШ талап иткән израиллеләр һәм палестиналылар араһында һөйләшеүҙәр башлау, Яҡын Көнсығыштағы хәлдәрҙе регулирлау квартеты мәсьәләләре әлегә хәл ителмәй ҡала.
Палестиналылар Иордандың Көнбайыш ярында, Көнсығыш Иерусалим территорияһын да индереп, яңы йорттар һалыуҙы туҡтатыуҙы талап итә. Израилдең премьер- министры Биньямин Нетаньяху иһә, Нью- Йорктан ҡайтҡандан һуң, төҙөлөш мәсьәләһен палестиналылар һөйләшеүҙәр башламаҫ өсөн сәбәп итеп тота, сөнки улар быға әҙер түгел, тип белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий