вторник, 27 сентября 2011 г.

Филиппинда “Ниссат”тайфуны ҡоторона.



Көслө һыу ташыуҙар, электр үткәреү линияларының өҙөлөүе, авиарейстар туҡталыу- Филиппиндағы стихия ҡотороноуының эҙемтәләре былар. “Ниссат”тайфунының ябырылыуы арҡаһында бер кеше һәләк булған, дүртәүһе хәбәрһеҙ юғалған.
Утрауҙар иленең баш ҡалаһы Манилала тормош туҡтап ҡалған һымаҡ, күп учреждениелар эшләмәй. Урамдар буйлап йөрөүе бик ҡыйын- елдең тиҙлеге сәғәтенә 170 километрға барып етә. Тайфун арҡаһында университеттар, мәктәптәр, фонд биржаһы, шулай АҠШ- тың илселеге ябылды.
Илдең яртыһынан ашыу халҡы йәшәгән Лусон утрауы ла зыян күрҙе. Иң хәүефле райондарҙан йөҙ мең тирәһе кеше күсерелде. “Ниссат”ҡа өсөнсө хәүефлек категорияһы бирелде.
Ике йыл элек Филиппин буйлап үткән “Кетсан”тайфуны 750 кешенең ғүмерен киҫкәйне, материаль зыян ул саҡта 800 миллион евроға барып етте.
Филиппинға тайфундар йыш ябырыла, быйылғы “Ниссат”иң ҡеүәтлеһе булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий