вторник, 27 сентября 2011 г.

Шанхай метроһындағы һәләкәт: тиҫтәләгән кеше дауаханаларға оҙатылған.



 Шанхай метроһындағы ике электричканың бәрелешеүе арҡаһында 260 кеше зыян күргән. Хәбәр итеүҙәренсә, был хәл ҡорамалдарҙың төҙөк булмауы арҡаһында килеп сыҡҡан.

Һәләк булыусылар хаҡында мәғлүмәттәр юҡ. Ер аҫтында тотҡарланып ҡалған 500-ҙән ашыу кешене туннелдәр буйлап станцияларға алып сыҡҡандар. Һәләкәт булған урынға йәһәт кенә ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр һәм тиҙ ярҙам бригадалары килеп еткән. Сәғәт эсендә яраланыусылар дауаханаларға алып барып еткерелгән. 20 кеше ауыр хәлдә.

Оҙонлоғо буйынса Шанхай метрополитены донъяла иң ҙурҙарҙан һанала, ул  420 километрға һуҙылған. Көндәлек пассажирҙар әйләнеше- 7 миллиондан ашыу.

Шанхайҙағы был хәл Вэньчжоу провинцияһындағы оло тимер юл һәләкәтенән һуң ике ай уҙғас булды. Ул саҡта тиҙ йөрөшлө ике поезд бәрелешеүе арҡаһында 40 кеше һәләк булғайны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий