понедельник, 26 сентября 2011 г.

Сәғүд Ғәрәбстаны ҡатын- ҡыҙҙары үҙ һүҙҙәрен әйтә аласаҡ.



Үҙгәрештәр еле ислам донъяһындағы иң консерватив илдәрҙең береһе булған Сәғүд Ғәрәбстанына ла барып етте. Король Абдалла ибн Әбдел Әзиз Әл Сауд яңы ғына ысын мәғәнәһендә революцион ҡарар ҡабул итте. Был ҡарар буйынса ҡатын- ҡыҙҙар Консультатив шура эшендә ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ, һайлауҙарҙа тауыш бирә һәм хатта һайлана аласаҡтар, тип белдерҙе ул.
”Был ҡарар арҡаһында сәғүд ҡатындары Сәғүд Ғәрәбстаны тарихында беренсе тапҡыр дәүләттең политик тормошонда ҡатнашыу һәм унда үҙ урындарын табыу хоҡуғына эйә буласаҡ,-”тине король Сауд университетының политология докторы Фәүзиә Әбү Халит.
Әйтергә кәрәк, кесе йома үтәсәк  урындағы һайлауҙарҙа ҡатын- ҡыҙҙар үҙҙәренең һайлау хоҡуғы менән файҙалана алмаясаҡ әле, сөнки король иғлан иткән яңылыҡ дүрт йылдан һуң ғына үҙ көсөнә инәсәк. Кеше хоҡуғы һағында тороусылар илдә буласаҡ үҙгәрештәргә бик үк ышанып етмәйҙәр.
“Дөрөҫөн әйткәндә, тәүҙә мин быны шаяртыу, тип ҡабул иттем,- ти Мәсғүт Шаджарех,-сөнки Сәғүд Ғәрәбстаны һымаҡ йәмғиәттә политик процестарға берәү ҙә тәьҫир итә алмай- тулы диктатура режимы бит был. Ҡатын- ҡыҙҙарға һайлау хоҡуғы биреү... Нимә өсөндөр тауыш биреү? ”
Сәғүд Ғәрәбстаны ҡатын- ҡыҙҙары һайлау хоҡуғынан ғына мәхрүм түгел, улар ирҙәре йәки ир туғандарының рөхсәтенән тыш сәйәхәт итә, эшләй, медицина операцияларына ризалаша һәм машина йөрөтә лә алмай. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, ғәрәп илдәрендәге революциялар тулҡыны властарҙы реформалар башларға мәжбүр итте. Король Абдаллаға 88 йәш. Уны бер яҡтан реформа яҡлылар, икенсе яҡтан консерваторҙар ҡыҫымға ала. Әгәр ҙә ниндәйҙер үҙгәрештәр индереүгә тотонмаһа, король династияһын нимә көткәне билдәһеҙ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий