понедельник, 26 сентября 2011 г.

Боливия индеецтары джунгли аша шоссе төҙөүгә ҡаршы сығалар.



Индеецтарҙың Боливия джунглиҙарын юҡҡа сығарыуға ҡаршы сығышы ваҡытында бер кеше һәләк булған, бик күптәре тән йәрәхәттәре алған. Манифестацияла ҡатнашыусыларҙың әйтеүенсә, полиция акцияны баҫтырғандан һуң, тиҫтәләрсә кеше хәбәрһеҙ юғалған.
Индеецтар Амозонка үҙәнендә асфальт шосселар төҙөтмәҫкә тырыша- тропик урмандарҙың уникаль экологик системаһы боҙола, тип иҫәпләй улар. Фермерҙар иһә автомагистралдең региондың экономик үҫешенә ярҙам итәсәгенә ышана.
Полиция манифестацияла ҡатнашыусыларға ҡаршы йәш ағыҙыусы газ, резина күҫәктәр ҡулланған, ҡайһы берәүҙәр ҡулға алынған.
Боливияның президенты Эво Моралес Амазонка үҙәнендә автомагистраль төҙөү мәсьәләһе буйынса референдум үткәрергә ҡарар итеүен белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий