2012 йылда Владимир Путин һәм Дмитрий Медведев
урындары менән алмашасаҡ. Мәскәүҙәге “Берҙәм Рәсәй”партияһы съезында дәүләт
башлығы Дмитрий Медведев президент посына Путиндың кандидатураһын сығарырға
тәҡдим итте.
Делегаттар был тәҡдимде алҡыштар менән ҡаршыланы.
Владимир Путин, һуңғараҡ сығыш яһап, тәҡдимде ҡабул итеүе хаҡында белдерҙе һәм
хөкүмәт төҙөү эшен Дмитрий Медведевҡа тапшырырға вәғәҙә бирҙе. Бынан тыш
Дмитрий Медведев декабрҙәге парламент һайлауҙарында идара итеүсе партия
исемлеге башында торасаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий