пятница, 23 сентября 2011 г.

Йәмән президенты иленә ҡайтты.



Йәмән президенты Али Абдалла Салех иленә ҡайтты. Һөжүмгә дусар булғандан һуң, ул өс ай буйы Сәғүд Ғәрәбстанында дауаланыу курсы үтте. 3 июндә президент резиденцияһын утҡа тотҡан хөкүмәткә ҡаршы баш күтәреүселәр ул иленә кире әйләнеп ҡайтмаҫ, тип өмөтләнгәйнеләр. Салех бер нисә тапҡыр отставкаға сығасағы һәм яңы һайлауҙар билдәләйәсәге хаҡында вәғәҙә иткәйне.
Һуңғы көндәрҙә сыуалыштар көсәйҙе генә. Хөкүмәттең хәрби көстәре, утҡа тотоуҙы туҡтатыу хаҡындағы килешеүҙе боҙоп, демонстрацияла ҡатнашыусыларға күп тапҡыр атты. Үткән тәүлектәрҙә илдең баш ҡалаһы Сананың үҙәк майҙанында снайперҙар ҡулынан бер нисә кеше үлде. Йәнә бер нисәһе миномет уты аҫтында һәләк булды.
Сыуалыштар былай ҙа ауыр хәлде тағы ла ҡатмарлыштыра. Һуңғы аҙнала Сана һыу етмәүҙән ыҙа сигә. Уны йәшерен рәүештә һаталар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий