Үлемесле “Нессат”тайфуны йома көн Ҡытайҙың көньяҡ ярҙарына ябырылды. ( Бынан
алда Филиппинда 43 кеше стихияның ҡорбаны булғайны).
Тайфундың ауыр эҙемтәләрен кәметеү өсөн бөтә сараларҙы
ла күрергә тырыштылар. Хайнань утрауынан 300 мең самаһы кеше күсерелде. Хәүефле
зоналарҙа тимер юл һәм һауа бәйләнеше өҙөдө, утрауҙы Ҡытайҙың материктағы
өлөшөнән айырып тороусы Хайнань боғаҙы аша паромдар йөрөүҙән туҡталды.
Ҡытай Халыҡ республикаһына быйыл ябырылған 17 тайфун
араһында был иң ҡеүәтлеһе.
Гонконгта стихия биржаны ябырға мәжбүр итте.
Магазиндар һәм дәүләт учреждениелары эщләмәй, йәмәғәт транспорты
йөрөмәй.Урындағы властар 8-се (10-дан) хәүефлелек кимәле хаҡында белдерҙеләр.
“Нессат”тайфуны арҡаһында Камбоджа территорияһындағы
Меконг йылғаһы үҙәнен һәм көньяҡ Вьетнамды һыу баҫты. Һуңғы 10 йыл эсендәге иң
эре һыу баҫыу был. Ул ҙур зыян һалды: күперҙәр һәм йорттар емерелде, йөҙҙәрсә
мең кеше торлаҡһыҙ ҡалды, тиҫтәләгән кеше һәләк булды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий