четверг, 29 сентября 2011 г.

Кубала автомобилдәр һатыу рөхсәт ителә.



Кубала автомобилдәрҙе һатыу- алыуҙы тыйған тиҫтәләрсә йылдар йәшәп килгән закон ғәмәлдән сығарылды. Азатлыҡ утрауында быны шатланып ҡабул иттеләр, сөнки быға ҡәҙәр 1959 йылға тиклемге автомобилдәрҙе генә һатыу- алыу мөмкин ине. Хөкүмәттең яңы указы юстиция министрлығы гәзитендә шаршамбы көн баҫылып сыҡты.
“Күптән кәрәк ине был, юғиһә донъяның бөтә илдәрендә лә машинаны һатып та, алып та була,- ти такси йөрөтөүсе Фабио Брито.- Ә беҙ ниңә башҡаса йәшәргә тейеш? Донъянан артта ҡалырға ярамай, юл ситендә ҡалыуың бар, шунһыҙ алға китеш юҡ.”
Әйтергә кәрәк, күп кубалылар өсөн был указдың әһәмиәте юҡ- машина алыу хаҡында улар хыяллана ғына ала.
“Ул машинаны ниндәй аҡсаға алам мин? Рауль Кастронан һорарға кәрәк әле! Мин- дәүләт хеҙмәткәре, ә минең хеҙмәт хаҡына бик иркенләп булмай!”-тип асыулана Гавананың емеш- еләк һатыусыһы.
Автомобиль мәсьәләһе буйынса ҡарар тураһында апрелдә Куба компартияһының алтынсы съезында белдереү яһалғайны. Шунда уҡ күсемһеҙ милек менән сауҙаны ла үҙ эсенә алған реформалар пакеты әҙерләнеүе хаҡында әйтелде.


Комментариев нет:

Отправить комментарий