пятница, 2 сентября 2011 г.

Төркиә Израиль менән асыуланышты.


Төркиә илдән Израиль илсеһен ҡайтарып ебәрә, йәһүд дәүләте менән хәрби хеҙмәттәшлекте туҡтата һәм дипломатик мөнәсәбәттәрҙе минимумға ҡалдыра. Төрөк МИД-ы башлығы Әхмәт Дауыт улының был белдереүе америка матбуғатында Израилдең “Азатлыҡ флотилияһы”на ҡаршы операцияһы буйынса БМО доклады баҫылып сыҡҡандан һуң яңғыраны. Докладта израиллеләрҙең операцияһы үҙ-үҙҙәрен яҡлау һымаҡ яҡтыртылған. Официаль рәүештә белдереү эшләнмәй тороп, документтың киң мәғлүмәт сараларында урын алыуына Әхмәт Дауыт улы ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе.

2010 йылдың 31 майында израиль спецназы Газа секторындағы диңгеҙ блокадаһын йырып сығырға маташҡан гуманитар ярҙам караптарын баҫып ала. 9 кеше һәләк була, шуларҙың 8- е Төркиә граждандары.

Анкара израиль властарынан аңлатыуҙы һәм ғәфү үтенеүҙе талап итте. Әммә, йома көн билдәле булыуынса, Израиль официаль рәүештә ғәфү үтенергә йыйынмай,.

Комментариев нет:

Отправить комментарий