пятница, 2 сентября 2011 г.

Ливия: ҡара тәнле мигранттарға ҡурҡыныс янай.


Миграция буйынса халыҡ- ара ойошма Триполиҙа бикләнеп ҡалған меңләгән мигранттың хәле өсөн борсола. Баш күтәреүселәр иһә Каддафи яғында ялланып һуғышҡандарҙы эҙләүҙәре хаҡында әйтә. Триполиҙағы спорт майҙаны уларҙы ваҡытлыса тотоу урынына әйләнгән. Уның директоры бына нимә ти:

“Бында әсирҙәрҙе урындағы халыҡтан һаҡлау өсөн йыйҙыҡ. Тап шуның өсөн. Беҙ уларҙы бүлергә тырышабыҙ. Каддафи яғында һуғышҡандарҙы хөкөм итәсәкбеҙ, ә ҡалғандарын ебәрәсәкбеҙ. Беҙ бик күптәрҙе ҡайтарып ебәрҙек.”

Баш күтәреүселәр әйтеүенсә, ялланып һуғышыусылар көн һайын 2- шәр мең доллар алған. Триполиға килеп эләккән бөтә эшсе- мигранттар ҙә ялланма һуғышсы түгел, әлбиттә. Ҡулға алынған берәүҙең ҡатыны ла ошо хаҡта һөйләй:

“Бындағылар полицейский ҙа, һалдат та түгел. Улар тик ярлылар ғына. Шпион да түгел улар, ә ғазап сигеүсе бәхетһеҙ кешеләр. Минең ғаиләмдә лә ҡулына ҡорал тотҡан әҙәм булманы.”

Ливияла һуғыштар башланғансы Сахараның көньяғынан килгән 500 мең мигрант эшләгән бында. Уларҙың күбеһе, үс алыусыларҙан ҡурҡып, Триполиҙа йәшеренеп ята.

Комментариев нет:

Отправить комментарий