Бәреп төшөрөлгән ливия башлығы Муаммар Каддафи илдә партизан һуғышы башларға вәғәҙә итте. Был хаҡта ул Дамаскыла урынлашҡан Каддафиға лояль ҡараған “Ар-Рай” телеканалы аша яңы сығышында белдерҙе.
Ливияның элекке хакимының ҡайҙалығы һаман билдәһеҙ.
“Нефть сығара алмаясаҡһығыҙ, быны эшләргә беҙ һеҙгә ирек бирмәйәсәкбеҙ. Беҙ- сүллек арыҫландары, шуға ла нефть скважиналарыбыҙ һәм порттарыбыҙҙы ҡулға төшөрөүҙе уйламағыҙ.”
Мөрәжәғәт 1 сентябрҙә Муаммар Каддафиҙың Ливия власына килеүенә 42 йыл тулған көндә яңғырай. Шул уҡ көндө Парижда яңы Ливияға теләктәшлек белдергән халыҡ- ара конференция булды.
Әлеге ваҡытта баш күтәреүселәр илдең күп өлөшөн үҙ ҡулына алған, әммә Сирттағы һымаҡ ҡаршылыҡ усаҡтары бар әле. Әйтергә кәрәк, Сиртты һаҡлаусыларға ультиматум бер аҙнаға оҙайтылған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий