Каддафи “ҡаршылыҡты арттырырға”һәм үҙе “ҡомаҡтар”тип атаған баш күтәреүселәрҙе “еңелеүгә дусар итергә”вәғәҙә итте. Сығышты Сүриәнең “Ар- Рай”телеканалы тапшырҙы. Уларға үҙ сиратында Каддафи шылтыратҡан. Канал хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, был шылтыратыу Ливия территорияһынан булған.
Каддафиҙың мөрәжәғәтен Бани- Вәлид янындағы Күсмә Милли совет отрядтары шулай ҡабул итте:
“Ул беҙҙе ҡомаҡтар тип атай һәм үҙе яҡлыларҙы беҙҙең менән көрәшергә саҡыра. Әммә был буш хәбәр генә.”
“Ул үҙе ҡомаҡ. Баш күтәреүселәрҙән үҙе ҡасып ята. Ә был мөрәжәғәтте уның яҡлылар ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе дауам итһендәр өсөн ебәргән”.
Муаммар Каддафи эфирҙағы сығыштары менән баш күтәреүселәрҙе үртәгән арала Күсмә Милли совет көстәре Бани- Вәлид тирәһендәге ҡулсаны ҡыҫа бара. Ундағы Каддафи яҡлылар баш күтәреүселәрҙең баш һалырға саҡырған талабын үтәргә ашыҡмай. Ультиматум ваҡыты шәмбе көн тамамлана.
Комментариев нет:
Отправить комментарий