четверг, 8 сентября 2011 г.

Ярославлдәге һәләкәт: боҙоҡ булғанмы әллә экипаждың хатаһымы?

Ярославль аэропортында шаршамбы көн көндөҙ осоп киткән самолет “Локоматив”клубы хоккейсылары менән һәләкәткә осраған. Һауаға күтәрелеү менән Як- 42 самолеты маяҡ антеннаһы менән бәрелешкән һәм, киҫәктәргә бүленеп, Волга ярына ҡолаған, бер киҫәге һыуға барып төшкән. Шуға күрә һуңғараҡ кешеләрҙең кәүҙәләрен һыуҙан да табып сығарғандар. Бортта йәмғеһе 45 кеше булған: экипаж, хоккейсылар, тренерҙар һәм хеҙмәтләндереү персоналы. Ике кеше генә иҫән ҡалған: “Локомотив”тың һөжүм итеүсеһе Александр Ғәлимов һәм лайнерҙың борт инженеры. Ярославлдән Минскиға осоусы хоккейсылар урындағы “Динамо”менән кесаҙна көн матч уҙғарырға тейеш булған.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары самолеттың һәләкәткә осрауы уның төҙөк булмауы һәм экипаждың хаталаныуы менән бәйлелер, моғайын, тип иҫәпләй.

Әммә Росавиацияла Як- 42 Ярославль аэропортынан осор алдынан оператив техник хеҙмәтләндереү үтте һәм төҙөк ине, тип баралар. Интерфакс агенствоһы хәбәр итеүенсә, аппарат 18 йыл буйы хеҙмәт иткән һәм осоуға яраҡлылыҡ сертификаты өс аҙнанан үҙ көсөн юғалтырға тейеш булған. Самолетты“Як Сервис”авиакомпанияһы Хруничев исемендәге Космос үҙәгенән лизингҡа алған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий