среда, 7 сентября 2011 г.

Германия конституцион суды: Грецияға ярҙам законлы.

Германияның конституцион суды кризистан ыҙа сиккән еврозона илдәренә (тәүге нәүбәттә Грецияға) ярҙам законлы, тип табылды.

Шулай итеп, экономист профессорҙар төркөмө биргән ялыуҙы суд кире ҡаҡты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дәғүәселәр милли мәнфәғәттәргә зыян килеү һәм процедураны боҙоу хаҡында әйттеләр: хөкүмәт тарафынан аҡса бүлеү немец налог түләүселәре һәм парламент тарафынан раҫланмаған, шулай уҡ бюджет сығымы рәүешендә теркәлмәгән.

Афинаны ҡотҡарыу программаһы бөтә евроберләшмә илдәре менән дә килешелгәйне, әммә иң эре Европа экономикаһы булараҡ көс Германияға төштө.

Был дәғүәне тикшереп, судьялар ошондай ҡарар сығарҙы: киләсәктә Германия Федератив Республикаһы хөкүмәтенең кризистан зыян күргән евроберләшмә илдәренә ярҙамы бундестагтың бюджет комитеты тарафынан мотлаҡ раҫланырға тейеш.

Комментариев нет:

Отправить комментарий