среда, 7 сентября 2011 г.

Яңы газ юлдары.

Украинаны ситләтеп, Европаны Рәсәй газы менән тәьмин итеү. Килеп сыҡмаҫ һымаҡ тойолған был ниәт тормошҡа аша башланы. Шишәмбе көн Рәсәйҙең премьер- министры Владимир Путин, “Газпром”президенты Алексей Миллер, Германияның элекке канцлеры, ә хәҙер “Төньяҡ ағым”акционерҙар комитеты башлығы Герхард Шредер газ үткәргестең тәүге юлын асыу тантанаһында ҡатнаштылар.

Выборг районы “Порт”компрессор станцияһында һыу аҫтындағы магистралгә техник газ бирелде. Газ үткәргестең тәүге юлы бер айҙан ныҡлап эшләй башлаясаҡ.”Төньяҡ ағым”аша Европаға йыл һайын 55 миллиард кубометр “зәңгәр яғыулыҡ”оҙатыласаҡ. Ул газды төп ҡулланыусы Германия буласаҡ.

Украинаны ситләтеп үткән икенсе газ үткәргес төҙөү ҙә планлаштырыла. “Көньяҡ ағым”проектын тормошҡа ашырыусы акционерҙар килешеүе 16 сентябрҙә Сочиҙа төҙөләсәк. Был хаҡта “Газпром”башлығы Алексей Миллер белдерҙе.

Мәскәү һәм Киев араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡыулашыуына аңлатма биреп (Украина етәкселеге 2009 йылғы контракт буйынса газға хаҡтарҙы төшөрмәгән хәлдә халыҡ- ара судҡа мөрәжәғәт итеү менән янай), былай тине:

“Украина өсөн газ хаҡтары Польша, Венгрия, Төркиә, Румыния кеүек илдәрҙекенән түбәнерәк. Ғөмүмән, беҙҙең украина партнерҙарыбыҙ “осһоҙ рәсәй газы”тигән поезға ултырған да ҡайһы туҡталышта сығырға ла белмәй, әммә былай кәрәкмәгән ергә барып төртөлөргә лә мөмкин.”

Европа газының дүрттән бер өлөшө бығаса Рәсәйҙән килде. Уның 80 проценты Украина аша ебәрелә ине.

“Көньяҡ” һәм “Төньяҡ ағым”дарҙы төҙөү- “Газпром”дың транзит илдәрҙән бойондороҡһоҙлоғо ул. Күҙәтеү яһаусыларҙың билдәләүенсә, Европа ҡулланыусыларына ла зыян килтергән “газ һуғыштары”нан ҡотолорға ярҙам итәсәк был.

Комментариев нет:

Отправить комментарий