Ирландияның дәүләт бюджеты дефицитын ҡыҫҡартыуҙы күҙ уңында тотҡан дүрт йыллыҡ экономик үҫеш планы ил тарихында иң ҡатыһы буласаҡ. Был осорҙағы ҡыҫҡартыуҙар 15 миллиард евроға барып етергә тейеш. Киләһе йылда уҡ, бюджет дефицитын 6 миллиард евроға кәметеп, Дублин ҙур экономияға ирешергә ниәтләй. Ул дөйөм экономияның 40 процентын тәшкил итәсәк.
Ошо йылдың һөҙөмтәләре буйынса Ирландияның дәүләт бюджеты дефициты 11,7% булыр, тип көтөлә. Әммә киләһе йылда властар уны 9,1% кимәленә төшөрөргә өмөтләнә. Әгәр реформалар уңышлы барһа, 2012 йылда Дублин 7% күһәткесенә сыҡмаҡсы, ә 2014 йылда тотороҡлолоҡ Пакты рамкалары менән тиңләшмәксе.
Ирландлыларға билбауҙарын ҡыҫыбыраҡ бәйләргә тура киләсәк. Эш хаҡының минималь күләме 1 евроға кәмейәсәк- сәғәтенә 7,65 евро буласаҡ. Алдағы 4 йылда дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡтары иҫәбенә 1,2 миллиард, ә социаль тәьмин итеүгә 3 миллиард самаһы экономия эшләргә уйлайҙар.
Дөйөм алғанда дәүләт сығымдары 10 миллиард евроға кәмейәсәк. Бынан тыш хөкүмәт налог йыйыуҙы 5 миллиардҡа арттырмаҡсы, тик илдә эшләүсе транснациональ корпорацияларға корпоратив налог ставкаһын 12.5 % кимәлендә ҡалдырырға вәғәҙә итәләр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий