вторник, 6 сентября 2011 г.

Нью- Йоркта мосолман булыу рәхәтме?

Һәр йома һайын Нью- Йорктың Мәҙинә- Мәсджид мәсетенә мосолмандар йыйыла. Автомобиль юлдары бикләнә, урам намаҙ уҡыу урынына әйләнә. Быйылғы изге рамаҙан айы 11 сентябрҙәге теракттың ун йыллығы башланыу көндәренә тура килде, һәм йәнә америка халҡының әҙселекте тәшкил иткән мосолмандар менән мөнәсәбәте иғтибар үҙәгенә сыҡты.

“Матбуғатта мосолмандарҙың насар кешеләр булыуы хаҡында яҙа башлағас, беҙҙе күрә алмай башланылар”,- ти Ноғман Рахман.

11 сентябҙәге ваҡиғаларҙан һуң, ысынлап та, Нью- Йорк мосолмандарына асыҡтан- асыҡ нәфрәт менән ҡарай башлайҙар. Тәүге айҙарҙа бик күптәргә ауыр була.

“Беҙҙең өсөн, айырыуса башына яулыҡ ябынып йөрөгәндәр өсөн был ҙур һынау булды,-ти Райхана Найяр.- Метрола бер заман ниндәйҙер ир килде лә ҡысҡыра башланы:”Террорист! Террорист!” Хәҙер мине полиция ҡулға ала инде тип, шул ҡәҙәр ҡурҡтым”.

Был көндө Нью- Йорктың тиҫтәләгән мосолмандары ла террористарҙың ҡорбаны булды- уларҙың күбеһе Бәтә донъя сауҙа үҙәгендә хеҙмәт итә ине. Мәҫәлән, компьютерсы Насер Байан осраҡлы ғына эшкә һуңлай: “Ҡот осҡос күренеш ине был,- тип һөйләй ул.- Башҡа сара булмағас, кешеләр өҫкө ҡаттарҙан һикерәләр ине- янып үлгәнсе ҡолап үлеү артыҡ, тигәндәрҙер инде. Беҙҙең компания 30- сы ҡатта ине. Унда минең 11 хеҙмәттәшем һәләк булды.”

Ошо көндән башлап америка мосолмандары дискриминация һәм исламофобия ҡорбаны булыуға зарлана- граунд- зиро янындағы ислам үҙәге төҙөү буйынса барған бәхәстәр ошоноң бер миҫалы. Әммә бында, төрлө культуралар солғанышында йәшәгән Манхэттенда, эштәр насар түгел: кондитер фирмаһы хеҙмәткәрҙәре эргәлә мәсет булыуҙың зыянын күрмәйҙәр.

“Мәҙинә- Мәсджид беҙҙән юл аша ғына. 1976 йылда асылды. Бәләкәй генә мәсет, һәйбәт кешеләр, улар менән һис ҡасан аңлашылмаусылыҡтар килеп сыҡманы,-” ти “Веньерос пастиччерия”нан Роберт Зерилли.- 11 сентябрҙән һуң уларға ҡарата мөнәсәбәттәрҙең бик үк яҡшы булмауын иҫләйем, әлбиттә.

Нисек кенә булмаһын, ҡурҡыу ун йыл эсендә американдарға хас булған, изге тип иҫәпләнгән дин иреклеге менән алмашынды.

“Нью- Йорктың тыныс ҡына ике мәсете америка политикаһындағы һәм киң мәғлүмәт сараларындағы бәхәс, ғауғаларҙан бик алыҫ тора кеүек,- ти беҙҙең Нью-Йорктағы хәбәрсебеҙ Анна Брессанин.- Мәсеткә йөрөүселәр ҙә, уларҙың күршеләре лә тыныс йәшәй бөгөн.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий