Ливия баш күтәреүселәре Бани- Вәлидты һаҡлаусылар менән ҡаланы тыныс ҡына тапшырыу хаҡында килештеләр. Бынан алда Күсмә Милли совет Муаммар Каддафи яҡлы ҡалаларға аҙна эсендә баш һалырға һәм революция хәрәкәтенә ҡушылырға тәҡдим иткәйне. Был ҡалаларҙың властары ультиматум шарттарына күнмәһә, баш күтәреүселәр һөжүм башлар ине.
Бани- Вәлид Триполиҙан 170 километр алыҫлыҡта көньяҡ- көнсығышта урынлашҡан һәм Каддафи яҡлыларҙың ҡул аҫтында ҡалған. Ҡайһы бер хәрби белгестәрҙең фекеренсә, Бани- Вәлидтә Каддафи булыуы ихтимал.
Комментариев нет:
Отправить комментарий