вторник, 6 сентября 2011 г.

”Европаға энергетик тәҙрә.”

Бөгөн “Төньяҡ ағым”газ үткәргесе тикшереү режимында эш башлай: Выборг аҫтындағы үткәргескә техник газ тултырыла. Август аҙағында беренсе юлдағы һуңғы йөй иретеп йәбештерелде.

Бер нисә айға һуҙылған тикшереүҙән һуң, ноябрҙә ҡулланыусыларға тәүге газ барып етәсәк.

Рәсәй премьер- министры Владимир Путин “Төньяҡ ағым”ды Европаға энергетик тәҙрә, тип атаны.

”Яйлап, тыныс һәм көсөргәнешһеҙ рәүештә транзит дәүләттәрҙең диктатынан ҡотолоу тигән һүҙ ул”,-тине Рәсәй хөкүмәте башлығы.

Көнсығыш Европа илдәрен уратып газ үткәргес төҙөү уйы 90 йылдарҙа барлыҡҡа килде. 2005 йылдың сентябрь башында ул саҡтағы Рәсәй һәм Германияның лидерҙары Владимир Путин һәм Герхард Шредер төҙөлөштө башлау хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙылар.

Тап Германия газды төп ҡулланыусы буласаҡ. Был газ Көнсығыш Европа һәм Прибалтика аша үткәненән осһоҙораҡ.

Дөйөм алғанда, проект киләһе йылдарҙа Евросоюз ихтияждарының дүрттән бер өлөшөн ҡәнәғәтләндерәсәк.

1200 километрға һуҙылған газ үткәргес Выборгтан Балтик диңгеҙе аша немецтарҙың Грайфсвальдына ҡәҙәр барасаҡ. Тәүге юл йылына 27,5 миллиард кубометр үткәрә алһа, икенсеһе был һанды икеләтә арттырасаҡ. Ул киләһе йыл аҙағында сафҡа инәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий