понедельник, 5 сентября 2011 г.

“Йәшелдәр” партияһы: был тарихи еңеү.

”Йәшелдәр”партияһы Германияның иң мөһим региондарының береһе иҫәпләнгән Баден- Вюртемберг ерендәге һайлауҙарҙа еңеп сыҡты. Социал- демократтар менән бергә күпселекте яулап, “йәшелдәр” урындағы хөкүмәткә етәкселек итә аласаҡ. Партия лидеры Винфрирд Кречман был еңеүҙе “тарихи”тип атаны һәм күп нәмә үҙгәрәсәген вәғәҙә итте. Христиан- демократик союзы өсөн дә был “тарихи”еңелеү: һуңғы 58 йыл эсендә Баден- Вюртемберг һәр саҡ ошо партия өсөн тауыш бирҙе.

”Урындағы һайлауҙарҙа беҙ етди еңелдек. Азат демократик партия менән коалицияла идара итеү өсөн беҙ күпселекте ала алманыҡ. Ауыр хәл был беҙҙең өсөн,-”тине партияның генераль секретары.
Атом энергетикаһы өлкәһендәге политика идара итеүсе коалиция һәм канцлер Ангела Меркелдең йомшаҡ урыны ине. Японияның “Фукусима-1”атом электростанцияһындағы шартлау уларҙың рейтингыһын бөтөнләй түбән төшөрҙө.

Либерал демократтар лидеры һәм сит ил эштәре министры Гидо Вестервелле ул турала бына нимә тине:”Был һайлау шулай уҡ атом энергияһына ҡаршы тауыш биреү булды. Беҙ быны аңланыҡ. Хәҙер уның һөҙөмтәләре хаҡында урында ғына түгел, Берлинда ла һөйләшергә тейешбеҙ.”

Ял көнө Германияла 250 000 кеше митингыға сыҡты. Улар илдең бөтә территоряһында атом энеретикаһынан баш тартыуҙы талап итте.



Комментариев нет:

Отправить комментарий