понедельник, 5 сентября 2011 г.

«Ли»ҙың Яңы Орлеанды баҫып алыуы ихтимал.


Стихия АҠШ-тың көньяҡ- көнсығышын һаман ташлап китмәй. Йәкшәмбе көн иртән Яңы Орлеанға янаусы «Ли» тропик штормының үҙәге Луизиана штатының диңгеҙ буйына етте. Яңы Орлеандағы яуым-төшөм кимәле 30 сантиметрҙан ашты. Бер нисә мең кеше эвакуацияланды, тиҫтәләгән меңе утһыҙ ҡалды.

Ҡаланың ҡайһы бер райондарын һыу баҫа башланы: алты йыл элек булған фажиғәнән һуң төҙөлгән һәм нығытылған дамбалар системаһы өмөт бағлағанса яҡшы эшләмәй.

«Ли» Луизиана, Миссисипи, Нью- Джерсиға тейеп үтте һәм илдең уртаһына табан хәрәкәтен дауам итә. АҠШ президенты Барак Обама “Айрин”ҡойононан зыян күргән райондарға федераль бюджеттан ярҙам итергә вәғәҙә итте. Зыян, иҫәпләүҙәр буйынса, 10 миллиард доллар самаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий