понедельник, 24 октября 2011 г.

Кенияла төнгө клубта 14 кеше граната шартлауынан зыян күргән.




Кенияның баш ҡалаһында граната шартлауы арҡаһында төнгө клубта 14 кеше тән йәрәхәттәре алған. Найробиҙың үҙәгендә урынлашҡан был клубта ғәҙәтенсә урындағы халыҡ йыйылған булған. 

Полиция әле тикшереү үткәрә. Быны Кения адресына ҡарата күп тапҡыр янауҙар менән сығыш яһаған исламистарҙың эше тип уйлайҙар. Аҙна элек Кения ғәскәре исламистарҙың “Аш- Шабаб”төркөмө йәшенеп ятҡан күрше Сомалиға ғәскәр индергәйне. Был төркөмдө Кения территорияһына һөжүм итә һәм кешеләрҙе урлай, тип шикләнәләр. Исламистар хәрби операцияларҙы туҡтатыуҙы талап итә, юғиһә Кенияла теракттар ойошторабыҙ, тип янай.

Шартлау ваҡытында яраланғандар Найробиҙың бер дауаханаһына килтерелгән, уларға медицина ярҙамы күрһәтелә.

Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий