понедельник, 24 октября 2011 г.

Кристина Фернандес Аргентина президенты һайлауҙарында алда килә.



 Кристина Фернандес де Киршнер Аргентина президенты һайлауҙарында алда килә: экзит- пол мәғлүмәттәре буйынса, хөкүмәт башлығы тауыштарҙың 55 процентын алған. Әгәр был мәғлүмәттәр рәсми рәүештә дөрөҫләнһә, икенсе тур кәрәк булмаясаҡ. Ике ай элек алдан үткәрелгән  һайлауҙарҙа ла Киршнер, тауыштарҙың яртыһынан күберәгенә эйә булып, шулай уҡ күпкә алда килә ине. Башҡа кандидаттарҙың береһе лә уның менән етди рәүештә ярыша алманы. Икенсе булып килгән Эрмес Баннерға һорау алыусылар 14 %  бирә.
Аргентинала бер юлы парламент һайлауҙары ла үтә: граждандар сенаттың өстән бер өлөшөн, депутаттар палатаһын яртылаш яңырталар. Кристина Киршнер бында ла үҙенең“Еңеү өсөн фронт”партияһына ике палаталағы урындарҙың күпселеген ҡайтарырға өмөтләнә.
Киршнерҙың еңеүенең төп сәбәбен күҙәтеүселәр хөкүмәттең масштаблы социаль политикаһында күрәләр, айырым алғанда пенсия һәм пособиеларҙың һиҙелерлек артыуында.
Copyright © 2011 euronews


Комментариев нет:

Отправить комментарий