понедельник, 24 октября 2011 г.

Каддафиҙан һуңғы Ливия: иң тәүҙә күп ҡатын алыуҙы рөхсәт иттеләр.



Ливия баш ҡалаһының үҙәгендә Яфа сигеүселәр майҙанында ( элекке Йәшел) граждандар һуғышының тамамланыуын байрам иттеләр.
Бынан алда ғына рәсми рәүештә“илдең тулыһынса Муаммар Каддафиҙан азат ителеүе”хаҡында белдергәйнеләр.
Милли күсеш советы белдереүенсә, яңы Ливия шәриғәт закондарына нигеҙләнеп төҙөләсәк. Каддафи ваҡытындағы полигамияға ҡаршы закон юҡҡа сығарылған, тимәк күп ҡатын алыу рөхсәт ителә.
 Киләһе айҙарҙа Милли күсеш советы ваҡытлы хөкүмәт төҙөргә һәм һайлауҙар үткәреү өсөн шарттар әҙерләргә ниәтләй.
Йәмәхириәнең элекке башлығының кәүҙәһен килеп күрергә теләүселәр кәмемәй. Әйтергә кәрәк, бының өсөн уларға танауҙарын ҡапларға тура килә. Мисурат моргына инеү өсөн аҡса алалар, фотоға төшөрөү өсөн айырым түләү ҡаралған.
Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса, Муаммар Каддафиҙың үлеүенә пуля тейеү сәбәпсе булған. Элегерәк иһә баш күтәреүселәр әсирлеккә алғанда, үлтергәнсе туҡмағандар, тип хәбәр ителгәйне.
Ливия властары Каддафиҙың кәүҙәһен ерләү өсөн туғандарына бирергә әҙер булыуҙарын белдерҙе.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий