понедельник, 24 октября 2011 г.

Төркиәләге ер тетрәү тиҫтәләгән ғүмерҙе ҡыйҙы.



Ер тетрәүҙән зыян күргән Ван провинцияһында ҡотҡарыусылар емереклектәр аҫтынан иҫән ҡалған бер нисә кешене ҡаҙып сығарҙы. Властарҙың хәбәр итеүенсә, 85 кеше һәләк булған. Һәләк булыусыларҙың һаны күберәк булыуы ла бар. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, урындағы дауаханаларға тән йәрәхәттәре алған 50- нән алып 200-гә ҡәҙәр кеше килтерелгән.
Емерелгән тиҫтәләгән бина аҫтында кешеләр ҡалған. Провинцияла ойошҡанлыҡ менән ҡотҡарыу эштәре алып барыла, ул ҡараңғы төшкәс тә туҡталмай. Урындағы халыҡ та белгестәргә ярҙамға килде.
Тәбиғәттең был ҡазаһы йәкшәмбе көн иртән була.
Үҙәге Ван ҡалаһынан төньяҡ- көнсығышҡа табан 35 километрҙа булған ер тетрәүҙең магнитудаһы 7,2 булды. Кисен бында йәнә ер һелкенеүе билдәләнде.
Властар һәләкәт булған был районда палаткаларҙан торған ҡаласыҡ эшләнеләр һәм урындағы халыҡты аҙыҡ- түлек, бөтә кәрәк- яраҡ менән тәьмин итәләр.
Был эштәр тәүлек әйләнәһенә алып  барыласаҡ.
Рәсәй, Франция, АҠШ һәм Израиль ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөү эшендә ярҙам итергә теләк белдерҙеләр. Әлегә Анкара был тәҡдимдәрҙән баш тартты.
Төркиә сейсмик яҡтан хәүефле зонала урынлашҡан. Һуңғы ер тетрәү бында майҙа булғайны. Ул саҡта 2 кеше һәләк булды, ә 80-е тән йәрәхәттәре алды. 1999 йылдағы ҡеүәтле ер тетрәү 20 мең кешенең ғүмерен өҙҙө.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий