воскресенье, 23 октября 2011 г.

Европалылар банкыларҙы түгел, мәғарифты ҡотҡарырға тәҡдим итә.



Майндағы Франкфурт ҡалаһының Европа үҙәк банкы бинаһы алдындағы ҡаршылыҡ акцияһында, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 4 меңдән 6 меңгә ҡәҙәр кеше ҡатнашҡан.”Уолл стритты баҫып ал”хәрәкәте миҫалында финанс институттары идаралығына ҡаршы сыҡҡан тәүге генә акция түгел был.
Америка, Европа һәм Азия илдәре буйлап үткән ҡаршылыҡ тулҡыны оҙаҡҡа һуҙылған финанс һәм бурыс кризисына үҙенсәлекле яуап булды. Европаның эре ҡалаларының халҡы социаль ғәҙеллек, эшһеҙлек, хаҡтарҙың үҫеү проблемаларын хәл итеүҙе, белем алыуҙың һәм медицина ярҙамының арзан булыуын талап итә.
Мәҫәлән, шәмбе көн Мадридтың тиҫтәләгән мең мәктәп, вуз уҡытыусылары урамдарға сыҡты һәм мәғариф өлкәһенә бүленгән бюджеттың ҡыҫартылыуына ризаһыҙлығын белдерҙе. Уларға уҡыусылар, студенттар һәм ата- әсәләр ҙә ҡушылды.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий