пятница, 21 октября 2011 г.

Чили студенттары парламентты яулап алды.



Чили студенттары бер нисә сәғәткә Сантьяго үҙәгендә милли парламент бинаһын ҡулдарына төшөрҙө. Вебкамера аша улар үҙҙәренең акцияһының барышын интернетҡа индерҙе. Ҡайһы бер депутаттар Чилиҙағы киҫкен торған социаль мәсьәләләр буйынса референдум уҙғарырға вәғәҙә биргәс, студенттар үҙ теләктәре менән парламент бинаһынан сығып китте.
Хөкүмәт бинаһын баҫып алыу ике көн барған ҡаршылыҡ акцияһы ваҡытында булды. Чили йәштәре илдең бөтә граждандары өсөн түләүһеҙ белем алыуға хоҡуҡ өсөн көрәшә. Чилиҙың баш ҡалаһында һәм башҡа ҡалаларҙа барған студент демонстрациялары полиция менән бәрелештәргә тиклем барып етте. Тәртип һағында тороусылар йәштәргә ҡарата йәш ағыҙыусы газ һәм һыу атҡыстар ҡулланды.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Чили университеттарында белем алыу донъяла иң ҡиммәте. Мәғариф өлкәһендә реформалар талап иткән йәштәрҙең сығыштары  августан бирле туҡтамай. Был осор эсендә йәҙҙәрсә кеше ҡулға алынды.
Copyright © 2011 euronews



Комментариев нет:

Отправить комментарий