пятница, 21 октября 2011 г.

Испанияла ЭТА-ның ҡораллы көрәштән баш тартыуын хуплайҙар.



ЭТА баск сепаратист берлашмәһенең Басктар иленең бойондороҡһоҙлоғо өсөн “ҡораллы көрәште тулыһынса туҡтатыу тураһында”белдереүен илдең күп кенә политик көстәре позитив аҙым булараҡ ҡабул иттеләр. Испанияның премьер- министры Хосе Луис Родригес Сапатеро быны “демократияның еңеүе хаҡында хәбәр” тип атаны.
Берләшмә 40 йыл буйы ҡораллы көрәш алып барҙы, 800 кеше уның ҡорбаны булды. Мануэль Химененс Ларрас, ун йыл элек баск боевиктары ҡулынан һәләк булған политиктың улы, былай тине: “Мин бәхетле, сөнки беҙҙең ғаилә күргәндәрҙе бүтән испан ғаиләләренә күрергә тура килмәйәсәк.”
Ларрас ЭТА берләшмәһенең юҡҡа сығыуына ышана: “Уларҙың көнө бөтөүгә шикләнмәйем, әммә быны улар һайлап алманы, берләшмә бөтә испандарҙың тырышлығы арҡаһында тарҡалды. Ғөмүмән, хәҙерге берләшкән Европала ЭТА анахронизм ул. Үҙ идеяларын кешеләр ҡорал менән түгел, ә парламентта яҡлай.”
ЭТА-ның белдереүе ошо аҙнала Сан- Себастьянда баск проблемаһын яйға һалыу буйынса үткәрелгән халыҡ- ара конференцияға яуап ул. Унда ҡатнашыусылар ЭТА ойошмаһын ҡораллы көрәштән тулыһынса баш тартырға саҡырғайнылар.
Copyright © 2011 euronews


Комментариев нет:

Отправить комментарий