пятница, 21 октября 2011 г.

Муаммар Каддафиҙың нисек үлеүе билдәһеҙ булып ҡала.



Ливияның элекке лидеры Муаммар Каддафиҙың үлемен күрһәткән кадрҙар тиҙ арала бөтә донъяны урап сыҡты. Уларҙы тыныс ҡына ҡарау мөмкин түгел.
Яңы Ливия властары хәбәр итеүенсә, ул башы һәм эсе яраланыуҙан вафат була. Каддафиҙы госпиталгә алып китеп барған машина НАТО авиацияһының һөжүменә дусар була, өҫтәүенә машина ян- яҡтан утҡа тотола.
Шул уҡ ваҡытта, башҡа кадрҙарҙан күренеүенсә, ҡулға алғанда Каддафи әле иҫән була. Ошоға ҡәҙәр уның үлеме хаҡында хәбәрҙәр бик ҡаршылыҡлы. Йәмәхириәнең элекке башлығының мәйетен эфир аша ғәрәп телеканалдарының береһе күрһәтте.
42 йыл буйы ил менән идара иткән кеше үҙенең тыуған ҡалаһы Сирттан алыҫ түгел торба эсендә табыла. “Ул беҙҙе ҡомаҡтар тип атағайны,- тиҙәр баш күтәреүселәр,- ә хәҙер күрегеҙ инде ҡайҙан һөйрәп сығарғанды!”
Ливияның Милли Күсеш советы вәкилдәре хәбәр итеүенсә, бөгөн иртән Каддафи мосолман йолаһы буйынса йәшерен урында ерләнәсәк. Был уның яҡлылар ҡәберлеген ғибәҙәт ҡылыу урынына әйләндермәһендәр өсөн эшләнә.
Баш күтәреүселәр августа Триполиҙы алғандан һуң, Каддафиҙың ҡайҙа йәшеренеп йөрөүе билдәле түгел ине. Әммә тыуған ҡалаһы Сиртталыр тигән фараздар бар ине.
Каддафиҙың мәйетен урамдар буйлап һөйрәп йөрөткәндән һуң, баш күтәреүселәр трофейҙары менән маҡтанышырға тотондолар. Полковниктың алтын пистолеты шуларҙың иң билдәлеһе булып сыҡты.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий