четверг, 20 октября 2011 г.

Колумбуста макакалар, Колумбуста айыуҙар, Колумбуста уҫал юлбарыҫтар.



 “Экзотик хайуандарҙан һаҡ булығыҙ! Машинанан сыҡмағыҙ!”-Огайо штатындағы юлдағы белдереү был.
Колумбус ҡалаһы районы полиция сафарийы зонаһы итеп иғлан ителгән: тәртип һағында тороусылар иллеләп юлбарыҫ, бүре, арыҫлан һәм айыуҙы аулайҙар. Хайуандарҙы юҡ итергә тырышалар, сөнки төнөн транквилизаторҙар ҡулланыу хәүефле: яраланған януар ҡараңғылыҡҡа инеп юғаласаҡ һәм берәй ышыҡта төн үткәрәсәк.
“Һүҙ ябай бесәй, эттәр хаҡында бармай, беҙ 140 килограмм тартҡан бенгал юлбарыҫтарын тоторға тырышабыҙ,-ти округ шерифы.-Йәмәғәтселек хәүефһеҙлеге беҙҙең өсөн беренсе урында тора. Бында килгәндә генә “януарҙар ҡаса башлаһа, атырға”, тигән бойороҡ алдым.
“Бик ҡурҡыныс, ҡайҙа булыуҙары ла билдәһеҙ, әгәр полицейскийҙар тота алмаһа, улар тирә- яҡты ҡыҙырып йөрөйәсәктәр инде,-”ти бында йәшәүсе ҡатын.
Шәхси зоопарк хужаһы януарҙарҙың ситлеген асҡан да, үҙ- үҙенә ҡул һалған.  АҠШ- тың төньяҡ- көнсығышында бына ҡайҙан барлыҡҡа килгән юлбарыҫтар. Әле тәфтишселәр был эш буйынса тикшереү алып баралар.
Ә полицейскийҙар әле булһа маймыл, гризли һәм пуманы эҙләйҙәр.
Copyright © 2011 euronews



Комментариев нет:

Отправить комментарий