вторник, 25 октября 2011 г.

Таиландты һыу баҫыу арҡаһында 270 кешенең ғүмере өҙөлдө.



Июлдә башланған һыу баҫыу Таиландың төньяҡ, төньяҡ- көнсығыш һәм үҙәк өлөшөндә әле булһа дауам итә. Бөгөнгө көндә вафат булғандарҙың һаны 270- кә етте. Тәбиғәт ҡазаһы 700 мең йортто емерҙе.
 Таиландың 77 провинцияһының 30-ы һыу баҫыуҙан зыян күрҙе.
 ЮНЕСКО-ның бөтә донъя культура мираҫы исемлегенә ингән Сиамдың боронғо баш ҡалаһы Аюттайя бигерәк тә ныҡ зыян күрҙе. Уны Таиландnың премьер- министры Йинглак Чинават барып күрҙе.
”Хәҙер кисекмәҫтән ҡотҡарыу эштәре башларға, халыҡты күсерергә кәрәк. Урындарҙа региондың граждандар һәм хәрби командование вәкилдәре эшләй. Индустриаль зоналарҙы һәм халыҡтың шәхси милке булған объекттарҙы һаҡлау өсөн ҙур көс һалына.”
Алынған мәғлүмәттәр буйынса, һыу баҫыу нәтижәһендә ике миллион ярым кеше зыян күргән, ә ҡазаны аҡсалата иҫәпләгәндә, ул бер миллиард долларҙан артып китә.
Таиландта ямғырлы осор октябрҙә тамамланыр, тип көтөлә.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий