вторник, 25 октября 2011 г.

Каддафиҙы сүллектә күмәсәктәр.



Муаммар Каддафи бөгөн ерләнәсәк. Ливияның Милли күсеш советы Йәмәхириәнең элекке башлығы һәм уның улы Мутассимды йәшерен рәүештә сүллектә күмергә булғандар, был урын сер итеп һаҡлана. Кәүҙәһен баҙарҙа халыҡҡа күрһәткәндән һуң, автоколонна полковниктың мәйетен Мисураттан алып киткән.
Милли күсеш советы һалдаттары журналистарға буш бинаны күрһәттеләр. Дүшәмбе көн унда инеү рөхсәт ителмәне.
“Беҙ тирандың кәүҙәһен кешеләр һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләре ҡарағандан һуң, тейешле ағзаларға тапшырҙыҡ; халыҡтың иркен сикләргә маташҡандарға һәйбәт һабаҡ буласаҡ был,-”ти ундағы һалдат.
Ә Human Rights Watch ойошмаһы кәүҙәләре Сирт ҡунаҡханаһында табылған Йәмәхириә яҡлы 53 кешенең үлеү сәбәптәрен тикшерергә саҡыра. Баш күтәреүселәр уларҙы ныҡ язалап үлтергәндәр, тип иҫәпләйҙәр.
Copyright © 2011 euronews


Комментариев нет:

Отправить комментарий