вторник, 25 октября 2011 г.

Ер тетрәүҙән һуң Төркиә: гуманитар ярҙам өсөн алыш.



Төркиәнең көслө ер тетрәүҙән зыян күргән Ван провинцияһына гуманитар ярҙам килә башланы. Тик ул әҙ килә, шуға ла палатка йәки йылы юрған алыу өсөн талаш та сыға.
Регионда һалҡындар төшөүе гумнитар ярҙам мәсьәләһен тағы ла ҡатмарлаштырҙы. Урындағы халыҡтың күбеһе икенсе төндө урамда үткәрҙе. Йылыныуҙың берҙән- бер сараһы- юрғанға ураныу һәм усаҡ яғыу.
Хәйриә фондтары палатка ҡаласыҡтар урынлаштыра башланы. “Ҡыҙыл ярым ай” 13 мең палатка ҡуйҙы. Шулай ҙа был гуманитар ойошманы властар яй һәм эффектһыҙ эшләүҙә ғәйепләйҙәр. Ябай төрөктәр иһә тәүге ярҙамды күрһәтмәгән хөкүмәт структураларын тәнҡитләй.
”Беҙ төндө, ҡалтыранып, һыуыҡта үткәрҙек. Беҙгә берәү ҙә одеял да килтермәне. Туалет та юҡ хатта. Кешеләр ауырый башланы. Өҫтәүенә ныҡ бысраҡ.”
Ҡотҡарыусылар, тереләрҙе табырға өмөтләнеп, емерек биналар араһында эшләүҙе дауам итә. Тик  күбеһенсә үлгәндәрҙе табалар- уларҙың иҫәбе хәҙер 400-гә етте. Иң ҙур ҡорбандар күп халыҡ йәшәгән урындарҙа- Эрджип һәм Ванда. Миллион сама кешеһе булған Ван өрәк- ҡалаға әйләнгән: урамдарҙа ут юҡ, хатта емерелмәгән йорттар ҙә буш тора.
Copyright © 2011 euronews



Комментариев нет:

Отправить комментарий