вторник, 25 октября 2011 г.

Төркиә: бәләкәй Азраның мөғжизәле ҡотолоуы.



Төркиәләге ер тетрәгән Эрджистә эшләүсе ҡотҡарыусыларҙың да бәхетле минуттары була. Бәләкәй Азра Карадуманға 15 кенә көн. Шуларҙың икеһен ул әсәһе менән емереклектәр аҫтында уҙғарҙы.
Иң тәүҙә яңы тыуған ҡыҙҙы ҡотҡарҙылар- уны бәләкәй генә тишектән ала алдылар. Бәпесте шунда уҡ дауаханаға оҙаттылар һәм инкубаторға урынлаштырҙылар.
Аҙаҡ ҡотҡарыусылар тишекте ҙурайттылар һәм Азраның әсәһен, өләсәһен ер өҫтөнә сығарҙылар. Улар ҙа имен- аман килеш дауаханаға оҙатылды.
Ҡотҡарыусылар һөйләүенсә, улар аҫтан тауыштар ишеткән һәм ҡаҙырға керешкәндәр.
Кескәй Азраны һәм уның яҡындарын ҡотҡарыу, харабалар аҫтындағы яҡындары өсөн ҡайғырып, тәүлек әйләнәһенә ни эшләргә белмәй йөрөгән кешеләрҙә өмөт уятҡан. Хәҙер улар шуны белә: мөғжизәле ҡотолоуҙар ҙа була.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий