среда, 26 октября 2011 г.

Сәғүд принцын һуңғы юлға оҙатырға йөҙҙән ашыу хөкүмәт делегацияһы килде.



Сәғүд Ғәрәбстанының тәхет вариҫы принц Солтан ибн Әбдел Әзиз Әл Саудты ерләргә Эр- Риядҡа донъяның йөҙҙән ашыу иленән вәкилдәр килде.
Королдең ҡустыһы 22 октябрҙә Нью- Йорк клиникаһында вафат булды. Уға 83 йәш ине. Оҙайлы ауырыуы арҡаһында Солтан һуңғы йылдарҙа илдең политик тормошонда ҡатнашманы.
87 йәшлек король Абдалла церемонияға марля бәйләмес менән килде: ул яңы ғына умыртҡалығына операция эшләткән. Принц Абдалла Эр- Риядтың боронғо зыяраты Әл- Удта ерләнде.
Сәғүд Ғәрәбстаны тәхетенә киләсәктә кем ултырасаҡ? Бөтәһе лә хәҙер ошо һорау менән ҡыҙыҡһына. Фавориттар икәү: Эр- Риядтың хакимы, 75 йәшлек принц Сәлмән һәм 78 йәшлек принц Нәиф, эске эштәр министры.
Сит ил делегациялары араһында Иран ҡунаҡтары айырым иғтибар үҙәгендә булды, сөнки Американың махсус хеҙмәте Тегеранды Сәғүд Ғәрәбстанының Вашингтондағы илсеһен үлтерергә йыйыныуҙа ғәйепләне.
Принц Солтанды һуңғы юлға оҙатырға афған президенты Хәмит Карзай һәм Халыҡ- ара суд ҡулға алырға ордер биргән Судан президенты Ғүмәр әл- Бәшир ҙә килде.
Мысырҙың Ҡораллы көстәре Юғары советының рәйесе Хөсәйен Тантауи беренсе тапҡыр хөкүмәт башлығы сифатында күренде.
Вафат булған принц Солтан ғәрәп илдәре араһында изге эштәре менән танылды- ярлылырға, етемдәргә, ғәриптәргә ҙур ярҙам күрһәтте.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий