среда, 26 октября 2011 г.

Төркиәнең ер тетрәүҙән зыян күргән райондарына ҡыш килә.



Төркиәнең Ван провицияһында ер тетрәү ҡорбандары 500-гә етте. Айырым кешеләрҙең һәм хатта ғаиләләрҙең харабалар аҫтынан имен- аман ҡотолоп сығыуҙары ишетелһә лә, емереклектәр аҫтынан күбеһенсә үлектәрҙе табалар. Тәбиғәт ҡазаһы тотош ауылдарҙы юҡҡа сығарҙы.
Иҫән ҡалғандар палаткаларҙан торған лагерҙарҙа көн күрә. Властар бөтә көстәрен һалып уларҙың тормошон еңеләйтергә тырыша. Әммә таулы райондарға һалҡындар төшөү эште ҡатмарлаштыра. Торлаҡтарынан яҙған кешеләр ойошторолған ярҙамдан бик үк ҡәнәғәт түгел:”Беҙ палаткаларҙы йылыта алмайбыҙ. Юрғандар етешмәй. Бер юрған аҫтында 10- ар кеше ята. Беҙ һалҡынға түҙәбеҙ, ә бит балалар бар. Ярҙам йөҙөнән ебәрелгән әйберҙәрҙе бүлеү насар ойошторолған.”
Палаткалар һәм юрғандар килтергән йөк машиналарын зыян күреүселәр штурм менән ала. Йорттары бөтөн килеш ҡалғандар ҙа урамдарҙа йоҡлай- улар яңы ер тетрәүҙәрҙән ҡурҡа. Синоптиктар яҡын көндәрҙә үк ҡар яуасағын хәбәр итә. Төркиә күрше илдәргә йыйылма өйҙәр ебәреүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий