Ялҡынланып киткән халыҡ асыуын
баҫыу өсөн, Окленд полицейскийҙары йәш ағыҙыусы газ, тауышлы гранаталар
ҡулландылар.
Бәрелештәр “Уолл –Стритты баҫып
ал”хәрәкәте вәкилдәрен ҡулға алыу арҡаһында килеп сыҡты. Улар, Нью-Йоркка
эйәреп, ҡаланың үҙәк майҙанында палаткаларҙан торған ҡаласыҡ ойошторғайнылар.
Властарҙың белдереүенсә,
халыҡтың күпләп йыйылыуы санитар нормаларҙы боҙа. Полицейскийҙар территорияны
таҙарттылар. Лагерь ойошорғандары һәм ярамаған урында усаҡ яҡҡандары өсөн 85
кеше ҡулға алынды.
Был меңдән ашыу кешене
берләштергән ҡаршылыҡ маршы башланыуға сәбәп булды. Демонстрацияла ҡатнашыусылар
властарҙы ҡаты саралар ҡулланыуҙа ғәйепләйҙәр. Хәҙер ҡалала марксистик
конференцияла ҡатнашырға өндәгән листовкалар таратыла.
Copyright © 2011 euronews
Комментариев нет:
Отправить комментарий