четверг, 27 октября 2011 г.

Италияның төньяғында ҡот осҡос һыу баҫыуҙар.



Италия ҡалаларының урамдары ташҡын йылғаны хәтерләтә. Аппенин ярымутрауының төньяҡ- көнбайышында ҡойма ямғырҙар яуа. Тәүлектән ашыу яуған ямғырҙар арҡаһында 6 кеше һәләк булған, 10-ауһы хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.
Ҡайһы бер райондарҙа яуым- төшөмдөң миҡдары 500 миллиметрға етте, йылғалар ярҙарынан ташып сыҡты һәм урамдарҙа осраған бөтә нәмәне ватып- емереп үтте.
Лигурия һәм Тоскана тәбиғәт ҡазаһынан айырыуса ныҡ зыян күрҙе. Территорияһында 5 күркәм туристик ҡаласыҡ булған Чинкве- Терре милли паркы ла ҙур юғалтыуҙар кисерҙе.
Ишелмәләр һәм убылыуҙар арҡаһында Леванто һәм Корнилья араһында поезд хәрәкәте туҡтатылды.
“15 минут эсендә бөтә нәмәне һыу баҫты! Был ысын фажиғә!”
Әйтеп бөтөргөһөҙ һәләкәт! Йортобоҙ емерелде, һыу 6-7 метрға күтәрелде һәм уны күмеп китте.”
Ҡайһы бер ҡалаларҙа электр уты юҡ, юлдар ябыҡ. Бер нисә урынға ҡотҡарыусылар хатта барып та етә алманы, Вернацца, Монтероссо, Пиньоне, Боргетто-ди-Вара һәм Казале ана шулай бүленеп ҡалды.
Аулла ҡаласығында янғын һүндереүселәр 50 кешене ҡотҡара алды.
Метеорологтар хәбәр итеүенсә, оҙаҡламай бындай йонсоу көндәр бөтә Италияға хужа буласаҡ. Әммә ҡойма ямғырҙар үҙәк һәм көньяҡ райондарға күсәсәк.

Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий