четверг, 27 октября 2011 г.

Итальяндар экономиканың етешһеҙлеген хөкүмәттән күрәләр.



Илдең кредит рейтингы түбәнәйеү бөгөнгө Италия гәзиттәрендәге төп яңылыҡ булды. Күп баҫмалар быны Сильвио Берлускони хөкүмәтенән күрәләр. Рим урамдарында осраған кешеләрҙең реакцияһы ҡаты булды: “Берлускониҙың тоҙһоҙ шаяртыуҙары туйҙырҙы һәм шулай уҡ башҡа политиктар ҙа. Етте! Уларға өйҙәренә ҡайтырға ваҡыт. Италияның бөтә политиктарына ла өйҙәренә ҡайтырға ваҡыт.”
“Италия үҙенең политикаһының көсһөҙ һәм ышанысһыҙ булыуын күрһәтте. Ниңәлер илебеҙ хаҡындағы насар фекер менән бөтәбеҙ ҙә килешәбеҙ. Италия бөтә донъяла алама тәьҫир ҡалдыра, был тәьҫир итальяндарҙың үҙҙәрендә лә һәйбәт түгел.”
Бөгөн кис Италия финанс министрының банк һәм эре компания етәкселәре менән осрашыуы көтөлә, унда илдәге хәлдәр буйынса фекер алышыу буласаҡ. Еврокомиссияның һуңғы баһалауы буйынса, Италияла ВВП үҫеше быйыл тик 0,7% ҡына .
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий